22.01.2025 г.

Таланттарҙың юҡтыр сиктәре… Ибрай ауылы- талантлы кешеләргә бик бай ауыл. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ булып үҫкән егет – ҡыҙҙар еребеҙҙең төрлө төбәктәрендә йәшәй. Бөгөн ауылыбыҙҙың сәхнәһендә, Сит өлкәлә йәшәйгән яҡташтарыбыҙ матур тамаша залында, сығыш яһаны . Онотолоп барған боронғо йырҙар, ҡобайырҙар үҫеп килгән быуынды рухландырҙы, ҡумыҙҙа уйналған көйҙәр хислэндерзе, өлкән йәштәгеләрҙе йәшлектәренә алып ҡайтты.