22.01.2025 г.

“Һомай”фольклор коллективы 2004 йылда Ибрай ауыл китапханаһы эргәһендә ойошторолдо.Коллективта оло быуындан алып,йәш быуынға тиклем халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә,йолаларына битараф булмағандар йөрөй.Коллективтың етәксеһе Ғарипова Гөлнур Бәҙретдин ҡыҙы ерле материалды оҫта файҙаланып төрлө байрамдарҙы,йолаларҙы тамашасылар алдына сығара.”Һомай”ҙар ауылыбыҙҙың “йөҙөк ҡашы”,”сәхнә йондоҙҙары”.Улар күрше райондарҙа,район үҙәгендә һәм ауылдарында ла сығыш яһайҙар. Бик күп маҡтаулы ҡағыҙҙар менән бүләкләнгән коллектив ул.