Беҙ,Ибрайҙар,ауылыбыҙҙың күренекле шәхестәре менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.Ғимаев Рәғиб Насретдин улы(1935 йылдың 1ғинуары-2016 йылдың 29 ғинуары) СССР һәм Рәсәй ғалимы,химик,Башҡорт дәүләт университетының элекке ректоры,Башҡортостан һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре,техник фәндәр докторы,профессор,Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-президенты,әүҙем йәмәғәт эшмәкәре.Рәғиб Ғимаев тыуып-үҫкән урам уның исемен йөрөтә.