22.01.2025 г.

Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын тота. Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә. Был физиологик процесс булһа, балаларҙы йәмғиәтебеҙ өсөн кәрәкле кешеләр итеп тәрбиәләүҙең икенсе бер күренеше – психологик процесс та уйындың айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалар араһында элек-электән йәшәп килгән халыҡ уйындары онотола бара. Күптәр халыҡтың яҡшы уйындары тураһында аҙ белә. Үҫмерҙәр һәм кескәйҙәрҙең иғтибарын Интернет селтәрендәге замана уйындары йәлеп итә. Тимәк, был тема актуаль, сөнки беҙҙең уйлауыбыҙса, тикшеренеүҙәрҙе үткәреү, уйланыу, башҡаларға һығымталарҙы еткереү бик мөһим. Ауылыбыҙҙа балаларҙың билгеле һәм төрлө милли уйындары тураһында өлкән быуын кешеләре байтаҡ файҙалы мәғлүмәт һаҡлай. Беҙ уларҙан ошо уйындар хаҡында һорашып, өйрәнеп алһаҡ ял ваҡыттарыбыҙ күңелле һәм фәһемле булыр ине тигән маҡсат менән Һомай фольклор коллективы мәктәп уҡыусылары менән Милли уйындар тигән сара үткәрҙе.