“Күрше хаҡы-тәңре хаҡы,”-ти халыҡ әйтеме. Ата-бабаларыбыҙҙың һыйышып тыныс йәшәүҙәре борон-борондан юғары баһалауы хаҡында һөйләй ул.Ут күршеләребеҙ Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһы халҡы менән дуҫ,татыу булыу үҙе маҡтауға лайыҡ. Спорт ярыштары булһынмы,мәҙәни осрашыуҙар булһынмы йыш ҡына үтеп тора. Һатҡы ла йәшәүселәрҙең яртыһы, тип әйтерлек яҡташтарыбыҙ.Ауылыбыҙҙың данлыҡлы “Һомай”фольклор коллективы Һатҡы ҡалаһына осрашыуға барып ҡайттылар.Яҡташтар менән аралашып,сығыш яһап,пландар ҡорҙолар.Бындай саралар милләттәр араһыда дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе артабан да нығытыуға һәм айырыуса йәштәр араһында йыр-бейеү,фольклор сәнғәтен киң таратыуға ярҙам итәсәк.