22.01.2025 г.

Чернобыль һәләкәтен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар араһында ауылдашыбыҙ Вәлиеев Фәнил Барый улы ла бар. 1986 йылдың июль айында уны Ҡыйғынан бер нисә иптәше менән Чернобыль АЭС-ғы авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә алып китәләр. Фәнил Барый улы әле лә сафта, киләсәк быуынға илһөйәрлек тәрбиәләүҙә батырлыҡ,ҡаһарманлыҡ дәрестәрен биреүҙә баһалап бөткөһөҙ өлгө булып тора.