22.01.2025 г.

17 ғинуарҙа, “Айыҡ ауыл” конкурс сиктәрендә Ибрай төп белем биреү мәктәбендә башланғыс синыф уҡыусылары араһында “Күңелле старттар” уйыны ойошторолдо. Физкультура уҡытыусыһы Юрик Сәйфитдин улы балаларҙы физик яҡтан әүҙемлеккә өндәне. Бәйге бик күңелле үтте. Кем еңеүсе булыуына ҡарамаҫтан, барыһы ла ҡәнәғәтлек менән , яңы ремонт эшләнгән спортзалдан йылмайыуҙар менән сыҡтылар