“Матур ғаилә – ил күрке” тип бушҡа ғына әйтмәҙәр.Тирә-яҡҡа нур сәсеп, ҡотло донъяларында ғүмер кисергән ғаиләләргә һоҡланабыҙ. Ибрай аулында шундай ғаиләләр байтаҡ. Уларҙың йорттары әллә ҡайҙан үҙенә йәлеп итеп, күҙҙең яуын алып тора. Ауылға йәм биреп ултырған күркәм ғаилә усағын дөрләтеүселәр- Иршат һәм светлана Низамовтар, Вадим һәм Олеся Ғариповтар. Иршат Усман улы ла , Вадим Валерик улы ла вахта ысулы менән Себер тарафтарында эшләп йөрөйҙәр .Светлана Набиулла ҡыҙы урындағы мәктәптә директор, ә Олеся Вадим ҡыҙы ауыл хәкимиәтендә эштәр буйынса белгес.Уңған килендәр ирҙәре вахтала булыуҙарына ҡарамаҫтан, малын да, ҡош-ҡортон да, баҡсаһын да, балаларын да ҡарарға өлгөрәләр. Ауыр вахта эшенән ҡайтып, егеттәр ҡулдарын ҡаушырып ултырмайҙар, аулдаштарына бесән әҙерләргә ярҙам итәләр; Беларустары менән бесәнде сабып, өйөп, ташып та бирәләр. Низамовтар ҙа, Ғариповтар ҙа ауыл ерендә йәшәүсе ябай башҡорт ғаиләләре, ә икенсе яҡтан, улар тормошта үҙ урынын тпаҡан һоҡланғыс парҙар. #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #спорт #Кигинскийрайон #Ҡыйғырайоны #Трезвоесело2025 #Айыҡауыл2025 #ФСГО #ФондГрантов #Ибрай