Айыҡ ауыл ” конкурсында төбәк- ара хеҙмәттәшлек итеү буйынса эштәр алып барыу ҡаралған. Ҡыйғы районы Ибрай ауылы менән Арҡауыл ауылы күптән инде ут күршеләр булып йәшәйҙәр. Төрлө концерттар, спектаклдар менән бер – береһенә йөрөп торалар, Рәми Ғариповтың йорт- музейы инде күршеләрҙе берләштереүсе урын булып тора. Бына кисә генә Ибрай ауылы айыҡ тормош яҡлы бер төркөм күршеләр музейҙы ҡарап, Арҡауыл айыҡ тормош яҡлылары менән бер – береһенең эштәре тураһында һорашып, тәжрибәләре менән уртаҡлашып, сәйҙәр эсеп, күңелле бер осрашыу үткәрҙеләр ут күршеләр. 🤝Башҡорт халҡы борондан ҡунаҡсыл, йомарт булған. Хәҙер ҙә берҙәмлектә, дуҫ булып йәшәйек! #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #спорт #Кигинскийрайон #Ҡыйғырайоны #Трезвоесело2025 #Айыҡауыл2025 #ФСГО #ФондГрантов #Ибрай