26.02.2026 г.

Башҡортостанда «Мөнәжәт» байрамы (төбәк-ара конкурстар) — мосолмандың дини-фәлсәфәүи йырҙарын, рухи мираҫты һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән сара.Халыҡ араһында мосолман традицияларын популярлаштырыуға, халыҡ ижадын, мәҙәни мираҫын тергеҙеүгә, үҫтереүгә, уны йәш быуынға тапшырыуға йүнәлтелгәйне. Фәһемле сара Дыуан районы Ҡәҙер ауылында үтте. Мөнәжәт байрамында беҙҙең “Һомай” фольклор коллективы ҡатнашты. Ағинәйҙәр бала саҡтан әсәй-өләсәйҙәренән ишеткән, үҙҙәре яҙған мөнәжәттәрҙе көйләне, уларға эйәреп йәшерәк гүзәл заттар ҙа тәүге тапҡыр әйтте. Рухлы ағинәйҙәрҙең мөнәжәттәрен тыңлағанда күңелдәр яҡтырып, тынысланып киткәндәй булды, уларҙың һәр һүҙе йөрәктең иң нескә ҡылдарын тибрәтте. #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #спорт #Кигинскийрайон #Ҡыйғырайоны #Трезвоесело2025 #Айыҡауыл2025 #ФСГО #ФондГрантов #Ибрай