Мәҙәниәт йортобоҙҙа капиталь ремонт яһалғандан һуң, башҡала әртистәренең сығышын ҡарап ҡыуанабыҙ. Республикабыҙҙың билдәле, күптәрҙең яратҡан йырсыһы Раил Өмөтбаевтың беҙҙең ауылға килеп сығыш яһауы үҙе бер мөғжизә булды. Тамашасылар уның дәртле йырҙарына ҡушылып йырлап, бейеп, йәшәргә яңы дәрт һәм көс алып таралышты. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы ауылыбыҙҙың “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыуын белгәс, ауыл халҡына ҙур уңыштар, еңеүгә өлгәшеүен теләне һәм иҫтәлеккә тип фотоға төштө. Р. Өмөтбаевҡа ижади уңыштар теләйбеҙ! . #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #спорт #Кигинскийрайон #Ҡыйғырайоны #Трезвоесело2025 #Айыҡауыл2025 #ФСГО #ФондГрантов #Ибрай