Заман башҡа заң башҡа тигәндәй өләсәйҙәребеҙҙең күбеһе бөгөн заман бергә атлай :компьютерҙа ла эшләй, машинаһын да йөрөтә, донъяһын да көтә, үҙ ғаиләһен генә түгел, ейән-ейәнсәрҙәрен дә хәстәрләп өлгөрә. “Супер өләсәй” конкурсы бына шундай әүҙем, бар яҡлап та шәп өләсәйҙәрҙе йыйҙы ла инде. Бәйгелә барлығы 11 конкурсант ҡатнашты һәм улар биш этапта көс һынашты. Беҙҙең ауылдан бәйгелә ҡатнашыусы Кәримова Нәсимә Хәлил ҡыҙы үҙе менән яҡындан таныштырып үҙе, ғаиләһе, ейән-ейәнсәрҙәре тураһында һөйләне һәм иң юғары баһаға лайыҡ булды. Нәсимә Хәлил ҡыҙы үҙен йырсы, оҫта әкиәт һөйләүсе тип күрһәтте. Үҙе яҙған ҡумыҙ тураһында әкиәт һөйләне. Бар һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, Нәсимә Хәлил ҡыҙы “Әкиәтсе өләсәй” номинацияһында билдәләнде. #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #спорт #Кигинскийрайон #Ҡыйғырайоны #Трезвоесело2025 #Айыҡауыл2025 #ФСГО #ФондГрантов #Ибрай