26.02.2026 г.

“Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк -ара конкурсының муниципаль этабы тамамланды. Муниципаль конкурс өс этаптан торҙо. Уҡытыусылар асыҡ һәм оҫталыҡ дәрестәрен үткәреп, өсөнсө этапта белем биреүҙе үҫтереп, уның тенденциялары тураһында фекерҙәр менән уртаҡлашты. Был конкурста Ибрай ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фирүзә Фәнил ҡыҙы Мәхмүтова ҡатнашып призер грамотаһы менән бүләкләнде. Ул Ибрайҙа тыуып үҫкән, Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын Йүкәлекүл урта мәктәбендә башлай. Юғары категориялы уҡытыусы. Тыуған ауылында 17 йылдан ашыу балаларға әсә телен өйрәтеп, тел, милләт, рух һағында торған уҡытыусыға артабанғы эшендә уңыштар, сәләмәтлек теләйбеҙ. #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #спорт #Кигинскийрайон #Ҡыйғырайоны #Трезвоесело2025 #Айыҡауыл2025 #ФСГО #ФондГрантов #Ибрай