ППМИ. Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ҡатнашып еңеүгә өлгәштек. Ауыл халҡы ла, ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа аҡсалата ярҙам күрһәттеләр. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләп, яу яландарында ятып ҡалған, һуғыштан иҫән ҡайтып вафат булғандарҙың исемлеге менән обелиск эшләнде. Еңеүҙең 81 йыллығын билдәләгәндә яңы обелискты асыу планлаштырылған. Бөйөк Ватан һуғышына Ибрайҙар 99 ауылдашын оҙата. Уларҙың 55 тыуған яғына әйләнеп ҡайтмай. Уларҙың исемдәре гранит плиталарға соҡоп яҙылған. Йәш быуын үҙҙәренең ата-бабаларын онотмаҫҡа тейеш. Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай! #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #спорт #Кигинскийрайон #Ҡыйғырайоны #Трезвоесело2025 #Айыҡауыл2025 #ФСГО #ФондГрантов #Ибрай