02.03.2026 г.

Айыҡ ауыл республика конкурсы сиктәрендэ үткәрелгән сараларҙа ауылыбыҙҙағы төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла ситтә ҡалмайҙар. Йәш быуынға айыҡ сәләмәт тормошто пропагандалап төрлө спорт ярыштары һәм мәҙәни саралар үтә. Балаларҙың артабан да спорт менән берлектә яҡты, бәхетле тормош алып барасаҡтарына ҙур өмөт бағалайбыҙ. Уҡыусылар сәләмәт тормош яҡлы матур, йөкмәткеле һүрәттәр төшөрөп тә ҡыуандырҙылар. Был һүртәтәр балаларҙың айыҡлыҡҡа ҡарата булған ҡарашын яҡты сағылдырҙы. #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #спорт #Кигинскийрайон #Ҡыйғырайоны #Трезвоесело2025 #Айыҡауыл2025 #ФСГО #ФондГрантов #Ибрай