04.03.2026 г.

Фәнүр Нуретдин улы Фаизов – Ибрай егете. Ул бәләкәйҙән тырыш, уңған булып, ауыл малайҙарына ғына хас булған эштәрҙе эшләп үҫте. Мәктәптә яҡшы уҡыны, юғары уҡыу йортон тамамланы. Ғаиләһе менән Өфө районы Шамонино ауылында донъя ҡорғандар. Фәнүр Нуретдин улы бик тә тәүәккәл һәм ҡыйыу. Ошо сифаттары уға шәхси эшҡыуар булып китергә этәргес булғандыр ҙа инде. Ул төҙөлөш эштәнэ тотоноп, ир-егеттәрҙән торған бригада тупланы. Улар төҙөгән йорттарҙың иҫәбе – хисабы ла юҡ, ә күпме кеше эш урыны менән тәьмин ителгән. Әле улар ауылдаштарына өйҙәр һалып, өйҙәр көпләү менән мәшғүлдәр. Ауылда үткән сараларға аҡсалата ярҙам итә. Эшен яратып башҡарған, тырыш Фәнүр Нуретдин улын башҡаларға өлгө итеп ҡуймай мөмкин түгел. #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #спорт #Кигинскийрайон #Ҡыйғырайоны #Трезвоесело2025 #Айыҡауыл2025 #ФСГО #ФондГрантов #Ибрай