04.03.2026 г.

Ибрайҙа йәшәүсе Ансар һәм Рәзилә Низамовтар ғаиләһе күркәм ғаилә. Ғаилә башлығы Ансар Әнүәр улы бәләкәйҙән тырыш, уңған һәм маҡсатвна ирешеүсән булды. Ул хәрби осоусы һөнәрен үҙләштереп, хаҡлы ялға сыҡҡас, ауылына ҡайтып, үҙ эшен башлап, магазин асып ебәрә. Ауыр яуаплы эшендә тормош иптәше Рәзилә Фазылйән ҡыҙы ярҙам итә һәм йорт мәшәҡәттәренә лә өлгөрә. Ул аш-һыуға, ҡул эштәренә оҫта. Баҡса тултырып емеш-еләк үҫтерә. Татыу Низамовтар ғаиләһе өс балаға ғүмер бүләк иткән. Ансар Әнүәр улының ғаиләһе ауылдың йәмәғәт тормошонда актив ҡатнаша. Улар спорт менән дуҫтар. Шәхси эшҡыуар ауылыбыҙҙа үткән бөтә сараларға ла аҡсалата ярҙам күрһәтә. Ауылыбыҙҙың “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыуын хуплап, шәхси эшҡыуар магазинда иҫерткес эсемлектәрҙе аҙнаның бер көнөндә һатыуҙы тыйҙы. Был башланғысты ауылдаштарыбыҙ шатланып ҡабул итте. Ибрайҙарҙың өлгөһөнә башҡа ауылдар ҙа эйәрер һәм айыҡ тормошҡа аҙым яһар.” Боҙ ҡуҙғалды”.. #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #спорт #Кигинскийрайон #Ҡыйғырайоны #Трезвоесело2025 #Айыҡауыл2025 #ФСГО #ФондГрантов #Ибрай