10.03.2026 г.

Бөгөн, 1 мартта, Стәрлетамаҡ ҡалаһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт ғаиләһе йылын рәсми асыу һәм “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантаналары үтә. Сараның тәүге өлөшөндә “Башҡорт ғаиләһе йылында Башҡорт халҡы үҫеше стратегияһының өҫтөнлөклө йүнәлештәре” тигән темаға киң фекер алышыу ойошторолған. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты, Аҡһаҡалдар ҡоро ағзалары, республиканың район-ҡалаларындағы башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәре, әүҙемселәре, 2021 – 2025 йылдарҙа “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында еңгәндәр ҡатнаша. #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #спорт #Кигинскийрайон #Ҡыйғырайоны #Трезвоесело2025 #Айыҡауыл2025 #ФСГО #ФондГрантов #Ибрай